Иҡтисад
26 Ғинуар 2021, 12:30

Ҡулланыусылар баҙарында хәлдәр нисек?

Сауҙаһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп буламы?

Сауҙа, һис шикһеҙ, иҡтисадта ҙур роль уйнаған тармаҡтарҙың береһе. Ул республикала эшкәртеү сәнәғәтенән һуң икенсе урынды биләй. Берәмтәләп сауҙа итеү күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләһә, Рәсәйҙә – иң алдынғы ун төбәк араһында. Башҡортостанда был тармаҡта барыһы 300 мең тирәһе кеше эшләй.
Пандемия был тармаҡҡа йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Был бигерәк тә йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү өлкәләрендә һиҙелде. Шул уҡ ваҡытта яңы объекттарҙы асыу эше дауам итте. Был тармаҡтарға ярҙам итеү маҡсатында 150 миллион һум тирәһе һалым ташламаһы күрһәтелде.
Коронавирус инфекцияһы сәбәпле, интернет аша һәм маркетплейстарҙа сауҙа итеү кимәле артты. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелһә лә, уртаса йыллыҡ инфляцияның кәмеүе теркәлгән. Былтыр 11 айҙа уның кимәле 3,4 проценттан артмаған. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 1,3 процентҡа кәмерәк.
Былтыр йыл аҙағында шәкәр менән көнбағыш майына хаҡтарҙың артыуын күҙәткәйнек. Былтыр йыл аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ил Хөкүмәте тарафынан был ике аҙыҡ-түлеккә күмәртәләп һәм берәмтәләп һатыу хаҡтарын сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ла көн һайын был хаҡтарға мониторинг үткәрә.
Әле, пандемия сәбәпле тормошобоҙҙа ҡатмарлыҡтар килеп сыҡһа ла, сауҙа иҡтисадтың яйға һалынған бер сегменты булып ҡала.
Фото: foodretail.ru
Читайте нас