“Һәр төрлө миҙгел бизнесындағы шикелле беҙҙең өсөн дә заем аҡсаһы бик мөһим. Уларҙы әйләнештәге аҡсаны тулыладырыуға йүнәлтәбеҙ. Эшмәкәрлек йыл әйләнәһенә бара, касса өҙөклөктәре барлыҡҡа килә, уларҙы ябырға кәрәк. Тап ошо маҡсатҡа республика Гарантия фонды поручителлеге менән банктан кредит алдыҡ”, – тине крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Раил Латипов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, аграр предприятие 1,5 миллион һумдан ашыу кредит алған.
Раил Латиповтың крәҫтиән (фермер) хужалығы Башҡортостандың Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында урынлашҡан. Хужалыҡтың ер майҙаны 1700 гектар. Ауыл хужалығы техникаһы паркы бар. Предприятиеның төп эшмәкәрлек төрө – үҫемлекселек. Бында көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп, эшкәртеүгә тапшыралар.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru