Бөгөн Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев 2020 йыл өсөн тармаҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, брифинг үткәрҙе.
Унда “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе лә үҙ һорауын бирҙе. Мәсьәлә “Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск” юлы төҙөлөшө дауамына бәйле ине. Был йүнәлештәге юл сеймал табыусы предприятиелар өсөн терәк инфрастуктураны булдырасаҡ, Урал аръяғы райондары үҫешенә этәргес бирәсәк, Әбйәләл, Белорет, Бөрйән һәм Ишембай райондары биләмәһендә урынлашҡан ауылдарға һәм Силәбе өлкәһе транспорт үтерлек мөмкинлек бирәсәк тип иҫәпләнә.
– “Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск” юлы төҙөлөшө бик ҙур капитал талап итә. Һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн федераль сығанаҡтарҙы йәлеп итеү мотлаҡ шарттарҙың береһе булып тора. Әлеге ваҡытта был объектҡа федераль сараларҙы йәлеп итеү ҡаралмаған. Шуға ла беҙ был объектты төҙөүҙе тергеҙеүҙе алға күсерергә ҡарар иттек, – тип аңлатты Алан Марзаев.
Брифингта "Алға" картаһына бәйле һорау ҙа булды. Республикла пассажирҙарҙың 76 проценты йәмәғәт транспортында йөрөгәндә “Алға” картаһы аша иҫәпләшә, тип белдерҙе министр.
Әле республикала 400 меңдән ашыу “Алға” картаһы һатылған. Министр һүҙҙәренсә, был йәһәттән артабан да ыңғай үҫеш күҙәтелә. Уның менән автобустарҙа – 20 һумға, ә электр транспортында 18 һумға йөрөргә була.
Алан Марзаев “Алға” картаһы биргән өҫтөнлөктәр менән дә таныштырҙы. Уның аңлатыуынса, "Алға" картаһында “Бәхетле сәғәт” акцияһы бар – бер кеше 60 минут эсендә өс транспортҡа тиклем күсеп ултыра ала, әммә берәүһе өсөн генә түләй. Тик был мөмкинлек шәхси пассажир ташыусыларға ҡағылмаясаҡ, сөнки улар өсөн был юғалтыуҙарҙы компенсациялау ҡаралмаған, ти ведомство етәксеһе.