Иҡтисад
27 Ғинуар 2021, 14:30

Үзбәкстандағы күргәҙмәлә ҡатнашҡығыҙ килһә...

Сит ил күргәҙмә-йәрминкә сараһына барыу өсөн Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә Башҡортостан етештереүселәренең сит илдәрҙә ойошторолған күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуын финанслау йәһәтенән хеҙмәт күрһәтә. Әле 16 – 19 мартта Ташкентта уҙғарылған “Төҙөлөш – UzBUILD 2021” Үзбәкстан халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн эшҡыуарҙар исемлеге төҙөлә.
– Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ситтәге сарала ҡатнашыу менән бәйле сығымды тулыһынса үҙ иңенә ала. Компанияларға юл, йәшәү хаҡын һәм шәхси сығымдарҙы ҡапларға ҡала, – тине дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Бындай ярҙам саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттары нигеҙендә күрһәтелә. Сит илдәрҙә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыуға квота республика эшҡыуарҙарына, күргәҙмә стенды майҙанына ҡарап, 4-5 урын тәшкил итә. Унда күргәҙмә тематикаһына тап килгән тауар етештергән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәре ҡатнаша ала.
Сит ил күргәҙмә-йәрминкә сараһына барыу өсөн Башҡортостан етештереүселәренә республика Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: rupres.com
Читайте нас