“Конкурста һигеҙ номинация булды. Беҙ иң абруйлыларының береһендә еңеп сыҡтыҡ, тип иҫәпләйем, сөнки тап ул салауаттарҙың нисек йәшәгәнлеген сағылдыра. Ысынлап та, был награда беҙҙең өсөн мөһим. Әммә уны аванс булараҡ ҡабул итәм, сөнки беҙҙең тағы пландарыбыҙ күп әле”, – тип белдергән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов.