Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең ауыл хужалығы тармағы геройҙарына таянып йәшәгән төбәк булды һәм шулай булып ҡала ла. Мөрәжәғәтнамәне залда тыңлар өсөн йыл һайын ябай ер кешеһе, ауыл уңғаны саҡырыла. Быйыл ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Риф Ҡантимеров ине. Федоровка районының Денис ауылында тыуып үҫкән Риф Фәрәхетдин улы республикабыҙҙың алдынғы комбайнсыһы. Ул 36 йыл ғүмерен ошо эшенә арнаған, әле “М.В. Фрунзе” исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында хеҙмәт итә. Ағай “Вектор-410” комбайнында 2119 тонна иген һуҡҡан кеше, ә уртаса республика күрһәткесе – бер комбайнға 800 тонна тәшкил итә.
Тармаҡта ойошторолған төрлө конкурстарҙа еңгән алдынғы механизатор менән беҙ яҡынданыраҡ таныштыҡ.
– Мәктәпте тамамлау менән ошо эшкә тотондом. Беҙҙең заманда профориентация тигән нимә бар ине, уның буйынса комбайнер һөнәрен алдым. Ер эше бик оҡшай, минең булмышым ошо. Ғүмеремде был изге һөнәргә арнағаныма һис тә үкенмәйем, – ти ул.
Әйткәндәй, ул Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен икенсе тапҡыр тыңлай. Өфөгә 2018 йылда ла саҡырылған булған икән.
– Быйыл сикләүҙәр булып, кешеләр әҙерәк саҡырылһа ла, Мөрәжәғәтнамә яҡшыраҡ үтте кеүек тойолдо, төплөрәк булды. Радий Фәрит улы үҙе башҡарған эштәргә йомғаҡ яһаны. Башлыҡтың әйткән һәр һүҙе мөһим, республикабыҙ үҫеше өсөн кәрәк. Миңә инде ауыл кешеһенә, ауыл хужалығы тармағына бәйлеләре күңелгә ятты. Беҙ урында тырышып эшләйбеҙ, был дөйөм республика уңышы булып йыйыла. Ауылда вирус тураһында уйларға ваҡыт юҡ, эшләргә лә эшләргә, – ти ул.
Эшендә егәрле кешенең донъяһы ла түңәрәк. Уның шәхси ихатаһы ла гөрләп тора. Һарай тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Артҡан ит, май-һөтөн һаталар. Алтын ҡуллы механизаторҙың төрлө техникаһы ла хужалыҡта ярҙам итә. Ҡантимеровтар өс ҡыҙға ғүмер биргән. Уларҙың өсөһө лә юғары белем алғандар, ӨДНТУ тамамлағандар. Ике ҡыҙы тормошта, аталарына олатай булыу бәхетен бүләк иткәндәр. Ҡатыны Минзиә Ғәбиҙулла ҡыҙы ғүмере буйы балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Риф Фәрәхетдин улы иһә Өфөлә, мөһим сәйәси сарала булғандан һуң, ҡанатланып өйөнә, тыуған ауылына ҡайтып бара.
– Ошондай саралар күңелде үҫтерә. Артабан эшләргә көс бирә. Аллаһ бирһә, һаулыҡ булһа, эшемде, республикаға хеҙмәт итеүемде дауам итермен. Беҙ ябай ер кешеһе уға береккәнбеҙ бит. Шуға һаулыҡ булһын да, эш булһын, – тине ул.