Иҡтисад
28 Ғинуар 2021, 10:00

Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ

Башҡортостан иҡтисады ауыр йылға бирешмәне. Иң мөһиме инвестиция проекттары туҡтаманы, улар эшләй.

Былтырғы йыл нисек кенә ауыр булмаһын, республикабыҙ уға бирешмәне. Шикһеҙ, пандемия һәм уға бәйле сикләүҙәр донъяның иҡтисад тармағына зыян килтерҙе. Рәсәйгә һәм республикабыҙға ла еңел бирелмәне был осор. Әммә Башҡортостан бында ла ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышты.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тармаҡҡа ҙур иғтибарын бүлде. Башҡортостан 2020 йылды 100 процентлыҡ тиерлек сәнәғәт етештереүе индексы менән тамамлауға өлгәште. Быға ваҡытында ҡабул ителгән көрсөккә ҡаршы саралар булышлыҡ итте. Бик күп производстволарға ярҙам күрһәтелде, күптәр тиҙ арала йүнәлешен үҙгәртеп, яңы тауар етештерә башланы. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикабыҙ Милли инвестиция рейтингында яҡшылар рәтендә, ул бер йыл эсендә 16-сы урындан туғыҙынсыға тиклем күтәрелә алды.
Һис шикһеҙ, шарттар еңел булманы. Тик бер нимәгә ҡарамай, Башҡортостан предприятиелары үҙҙәренең инвестиция проекттарын япманы, эшмәкәрлеген дауам итте. Мәҫәлән, УМПО авиация тауарын етештереү буйынса ҡеүәттәрен яңыртты. “Башнефть” йәмғиәтендә гидрокрекинг һәм ароматлы углеводородтарҙы етештереү ҡулайламаһын төҙөкләндереү дауам итә. “Газпром-нефтехим-Салауат” компанияһы водород ҡулайламаһын эшкә ҡушты, яҡын арала тағы бер комплексты ғәмәлгә индерергә йыйына. Салауат катализатор заводы порошоклы силикагель етештерә башлаған. Тау-байыҡтырыу тармағы предприятиелары ла ҡеүәттәрен кәметмәй. Машина төҙөүселәр тауары күләме һәйбәт кенә үҫеш биргән.
ТОСЭР-ҙарҙа ла эштәр көйлө бара. Биш моноҡаланың 74 резиденты 4 миллиард һум аҡса һалған. Иң мөһиме – 3 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.
– Беҙ “Газпром”, “Роснефть”, “Ростех” кеүек ҙур дәүләт корпорациялары менән эшмәкәрлекте яңыса ойоштора алдыҡ. Урман һәм еңел сәнәғәткә ярҙамды арттырҙыҡ. Бик күп предприятиеларҙың проблемаларын хәл итә алдыҡ. “Ростех” компанияһының ярҙамы арҡаһында Күмертау авиация предприятиеһында заказдар артты. Бәләбәйҙең “Автонормаль” предприятиеһында эштәр көйләнде. Стәрлетамаҡ заводтары ла үҫеш кисерә, – тине Радий Хәбиров.
Өс йыл буйы эшләмәй торған М. Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы ла яңы инвестор арҡаһында тулы ҡеүәтендә эшләй башланы. Бынан тыш Башҡортостанда 50 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтелде.
Күренеүенсә, Башҡортостан 2020 йыл ауырлыҡтары алдында бирешмәне. Алдағы йылдарға иһә көрсөккә тиклемге күрһәткестәрҙе ҡайтарырға һәм уҙып китергә тигән бурыстар ҡуйыла.
Фото: ufa.rbc.ru
Читайте нас