Бөгөн Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Министр сығышын статистиканан башланы: ерҙе файҙаланған өсөн республиканың консолидацияланған бюджетына килгән һалымдарҙың һәм һалымға ҡарамаған түләүҙәрҙең йыл һайын арта барыуын тәьмин итеү маҡсатында башҡарылған эш уңышлы башҡарылған – ул былтыр 10 процентҡа артҡан.
Ер биләмәләре өсөн аренда түләүҙәрен ҡараһаҡ, уның 90 процентҡа үтәләүен күрербеҙ. “Замандың ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алһаҡ, был насар күрһәткес түгел”, – тине Наталья Юрьевна.
Ысынлап та, пандемия ерҙе файҙаланған өсөн түләгән кешелерҙең дә, уны эшкәртеү менән мәшғүл булған йәки был биләмәне ҡуртымға алған предприятиеларҙа эшләгән коллективтарҙың да иҡтисади хәленә кире йоғонто яһағаны барыбыҙға ла мәғлүм. Шуға күрә былтырғы йылдың тәүге яртыһында күп кенә йүнселдәр ҡуртым буйынса килешеүҙәрҙән баш тартырға мәжбүр булған.
Башҡортостан Хөкүмәте күрһәткән ярҙам саралары һөҙөмтәһендә былтырғы йылдың икенсе яртыһындағы хәлде үҙгәрткән: ҡуртым буйынса килешеүҙе өҙөүҙең бер осрағы ла юҡ. Башҡортостан Рәсәйҙең тәбиғи һәм башҡа ресурстар буйынса иң ылыҡтырғыс төбәктәренең береһе булып тора, шуға күрә лә беҙҙең республикала ерҙе ҡуртымға алырға теләүселәр күп. “Элегерәк бер юлы бер нисәшәр ғариза ғына ҡаралһа, хәҙер белгестәр бер юлы ошондай 30-40-ар ғаризаны тикшерә”, – тине Наталья Юрьевна.
Наталья Полянская шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә ер биреү, мөлкәтте файҙаланыуҙың йоғонтололоғон арттырыу, объекттарҙы тейешенсә файҙаланмаған өсөн уны ҡуртым килешеүҙәрен юҡҡа сығарыу, был объекттарҙы социаль учреждениеларға биреү – әйтәйек, мәктәптәргә өҫтәмә биналар итеп тапшырыу кеүек осраҡтар тураһында ла һөйләне.