Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, “Башҡортостан сода компанияһы” Стәрлетамаҡ районында тормошҡа ашырырға ниәтләгән башланғыстар тикшерелде. Дөйөм хаҡы яҡынса 30 миллиард һумлыҡ проекттар өҫтөнлөклөләр статусын алып, ташламалы финанслауға эйә буласаҡ.
Компанияның генераль директоры Эдуард Давыдов бөртөклө хлорлы кальций һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттар етештереү планын тәҡдим итте. Яңы комплексты 2021 – 2022 йылдарҙа проектлау күҙаллана. Ул сафҡа ингәс, 75 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Эдуард Давыдов шулай уҡ зәһәр натр сығарыу ҡорамалдарын энергияны һаҡсыл тотонған мембраналы электролиз ҡулайламаһына алмаштырыу планы менән уртаҡлашты. Ғәмәлдәге комплекс 1970 йылдарҙа эшләй башлаған, әле иһә ул заман талаптарына яуап бирмәй. Модернизация продукция етештереү күләмен һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу менән йылына бер миллиард һумлыҡ электр энергияһы экономияланасаҡ.
Тағы ла бер проект – “БСК”-ның буш торған автобазаһы майҙансығында иҫке автомобиль шиндарын эшкәртеү юлы менән резина грануляты һәм криоген онтағы етештереү. Сеймалды республика халҡынан һәм автотранспорт предприятиеларынан алыу күҙаллана. Гранулятты юл һалыуҙа һәм ремонтлауҙа, балалар майҙансыҡтары өсөн резина япмалар, гидроизоляция материалдары сығарыуҙа файҙаланырға, ә криоген онтағын яңы шин сығарыу өсөн резина ҡатнашмаларына өҫтәргә була. Проектҡа 655 миллион һум аҡса йүнәлтеп, инвестор 40-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар “Башҡортостан сода компанияһы” яҡын киләсәктә тормошҡа ашырырға ниәтләгән башланғыстар буйынса ла фекер алышты. Улар иҫәбенә “Алға” махсус иҡтисади зонаһында индустриаль парк асыу, Шахтау карьерындағы һыулы эзбиз тупламын эшкәртеү, Ҡарайған ятҡылығын үҙләштереү һәм “Эколь” бүлендек предприятиеһында синтетик йыуыу саралары етештереүҙе тергеҙеү инә. Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән башланғыстарға ыңғай баһа бирҙе.
“Бөрө керамикаһы” йәмғиәтенең коммерция директоры Игорь Михайлов һауыт-һаба, сувенир һәм башҡа әйберҙәр етештереүҙе арттырыу ниәте тураһында һөйләне. 30 миллион һумлыҡ проектта продукция күләмен айына 4,5 меңдән 35 меңгә тиклем арттырыу, БДБ илдәре баҙарына сығыу һәм ҙур маркетплейстар менән хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана. Инвестор шулай уҡ керамик һауытҡа бал тултырырға ниәтләй.
– Предприятие Бөрө районы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Уға ҡорамалдар һатып алыуҙа тиҙ арала ярҙам күрһәтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә “Интел Ко” компанияһының финанс департаменты директоры Николай Онацкий Өфөлә “Башҡортостан һалҡыны” фабрикаһында туңдырма производствоһын реконструкциялауҙың тәүге этабының тамамланыуы тураһында белдерҙе. Февралдә яңы ҡорамалда продукция сығара башлау планлаштырыла. Проекттың икенсе этабында фабрика майҙансығында заманса һыуытҡыс терминалын төҙөйҙәр. Инвестицияның дөйөм күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итә.