Иҡтисад
29 Ғинуар 2021, 09:30

Ит йәрминкәһенә килегеҙ!

30-31 ғинуарҙа Өфөлә аҙыҡ-түлек йәрминкәләре ойошторола.

30-31 ғинуарҙа баш ҡаланың төрлө райондарында ит йәрминкәләре ойошторола. Улар түбәндәге урындарҙа уҙасаҡ:
Дим районындағы Хәҡиҡәт, Таллин һәм Ухтомский урамдары юл участкаһында;
Киров районында Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3, 5, 7, 20-се йорттар ҡаршыһындағы майҙанда;
Ленин районындағы Әхмәтов урамындағы “Апрель” сауҙа үҙәге, “Тулҡын” скверы алдындағы майҙансыҡта;
Совет районында Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 21-се йортта урынлашҡан Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.
Һәр кемдең ҡулайлы хаҡтар менән сифатлы аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә, барлыҡ продукция санитария-ветеринария лабораторияһында тикшереү үтә.
Һеҙҙе республика ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең ит йәрминкәләренә саҡырабыҙ. Улар ял көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әммә, дуҫтар, йәрминкәлә коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын күрергә онотмағыҙ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас