Сифатҡа контроль өсөн лаборатор ҡорамалдар етештергән Башҡортостандың “Нефтехимавтоматика” махсус конструкторлыҡ бюроһы үҙенең продукцияһын Евросоюз билмәһендә һатыу өсөн СЕ халыҡ-ара сертификатын берлектә финанслауға 468 мең һум аҡса алды. Сертификаттың хаҡы – 585 мең һум, компенсация күләме – 80 процент. Төбәктә бындай ярҙам сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә күрһәтелә.
“Нефтехимавтоматика” махсус конструкторлыҡ бюроһы – Рәсәйҙә яғыулыҡ, май, битум, һәм битумлаштырылған материал, катализатор, асфальт-бетон, геотуҡыма һәм башҡа продукция төрҙәре сифатына контроллек итеү буйынса автоматлаштырылған аппараттар сығарған төп предприятиеларҙың береһе. СЕ сертификатын алғандан һуң компания “ЛинтеЛ” сауҙа маркаһы аҫтында етештергән аппараттарын Евросоюз илдәренә сығарырға ниәтләй. Әле компанияның экспорт географияһы Ҡаҙағстанды, Үзбәкстанды һәм Беларусь Республикаһын үҙ эсенә ала.