Бөгөн, 30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды.
Иңтәүҙә республика Башлығы нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары өсөн ҡоролмалар эшләү, етештереү менән шөғөлләнгән “НКМЗ-Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығын ҡараны. Завод скважиналар һәм уларҙы файҙаланыуҙа барлыҡ технологик операцияларҙы тәьмин иткән комплекстар кеүек продукция етештерә. Былтыр бында әҙерләнгән тауар, атҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме 1,5 миллиард һум тәшкил иткән.
“НКМЗ-Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – БДБ-ла API-11D1 стандарты талаптарына ярашлы продукцияһын монограммалаштырыу хоҡуғы булған берҙән-бер предприятие.
Радий Хабиров скважиналар ҡоролмаларын һәм пакерҙар етештереү участкаларын, лабораторияларын ҡараны, компания етәкселеге менән үҫеш буйынса пландар хаҡында һөйләште.
«НКМЗ-Групп» йәмғиәтенең киләсәге булған предприятиеларының береһе – Нефтекама махсус машиналар төҙөү заводы (“НКМЗ-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте). Бында скважиналарҙы төҙөү һәм быраулау ҡоролмаларын етештереүҙе ойоштороу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыралар. Инвестициялар күләме 222,6 миллион һум тәшкил иткән дә инде. Бында 530-ҙан ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Башҡортостан Башлығы быраулау иҙмәләрен таҙартыу системалары ҡоролмалары участкаһында, йыйыу-иретеп йәбештереү цехында һәм һынауҙар стендында булды. Радий Хәбиров “НКМЗ-Групп» эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы һәм компанияның бер урында тормауы, планлы рәүештә алға барыуы хаҡында белдерҙе.
“Иң яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Предприятие үҫешә, уның заказдары бар. Бында 1 меңгә яҡын кеше эшләй. Насар булмаған хеҙмәт хаҡы булған яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Иң мөһиме: етәкселәр ныҡ яуаплы һәм улар үҫеш өсөн инвестициялар йәлеп итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ предприятиелар ҙа ошолай эшләмәй. Шуға барыһы ла кешеләрҙән тора, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы Нефтекама ҡалаһындағы 2-се поликлиникала булды. Медицина ойошмаһы 1965 йылда төҙөлгән. Хәҙер ул барлыҡ талаптарға ла яуап бирмәй. Кабинеттар майҙаны СанПиН нормалары, хеҙмәт һағы шарттары буйынса пациенттарҙы ҡабул итеүгә бармай. Бында асыҡ теркәүҙе ойоштороуы, карталарҙы һаҡлау өсөн урын ойоштороуы ауыр. Биналарҙың булмауы өҫтәмә физиотерапия һәм башҡа кабинеттарҙы әҙерләүе ауыр. Поликлиниканың төкәтмәһе лә авария хәлендә, уны һүтергә тейештәр.
Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, поликлиника урынлашҡан биләмә әүҙем төҙөкләндерелә. Яңы поликлиниканы проектлау һәм төҙөү мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Алдан баһалауҙар буйынса, 400 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ.
Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошоға ярашлы тәҡдимдәрҙе әҙерләргә һәм объектты 2023-2024 йылдарға Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.
Республика етәксеһе Нефтекамала COVID-19-ҙан киң вакцинациялау барышы хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Ҡала дауаханаһының баш табибы Морат Авзаловтың белдереүенсә, ҡалала вакцинация буйынса өс пункт эшләй. Кәрәкле инфраструктура, медицина хеҙмәткәрҙәре әҙер. Нефтекамаға килгән вакцинаның тәүге партияһының барыһы ла файҙаланылған. Тағы, күләмлерәк партияның килтерелеүе көтөлә.
“Белем” татар телен тәрәнерәк өйрәнеү буйынса полилингваль күп профилле мәктәп-интернат үҙгәртеп ҡоролоуҙан һуң ишектәрен асырға әҙер. 2019 йылда беренсе сиратты реконструкциялау өсөн “Башнефть” компанияһы Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалар фонды аша 103,4 милллион һум аҡса йүнәлткән. 69 миллион һумлыҡ суммаға ҡоролманы һатып алыу өсөн аҡса республика, ҡала бюджетынан бүленгән.
Директор Илдар Мортазин белдереүенсә, яҡын арала мәктәп балаларҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Быйыл бында 1-5 кластарға 180 тирәһе бала килеүе көтөлә. Республика Башлығы уҡыу һәм лингафон кабинеттарын, спорт залын, робототехника класын, ашхананы һәм китапхананы ҡараны. Радий Хәбиров үҙгәртеп ҡороуҙың икенсе этабы буйынса эштәрҙе дауам итергә ҡушты. Был осраҡта йоҡо корпусын заманлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Өсөнсө сиратта иһә йылы спорт залы төҙөйәсәктәр.
– Бик шәп мәктәп, бында күптән булырға теләгәйнем. Ете йыл был бина торған һәм емерелеп барған. Нефтекамала йәшәүселәр өсөн уҡыу урындарын арттырып ҡына ҡалманыҡ, сираттағы полилингваль мәктәпте ебәрҙек. Матди йәһәттән эште атҡарҙыҡ, хәҙер һүҙ – уҡытыусыларға. Полилингваль мәктәптәргә айырым иғтибар бүленәсәк. Әгәр кемдер эште атҡара алмай икән, статус алынасаҡ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.