Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Нефтекамала эш сәфәре менән булды, тип хәбәр иткәйнек. Уны дауам итеп, ул социаль объекттарҙа ла булды.
Нефтекамалағы 260 урынлыҡ “Эрудит” балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Был маҡсатта 219,7 миллион һум аҡса файҙаланылған, сығымдарҙың бер өлөшө федераль бюджеттан ҡапланған. Барлыҡ эштәр ҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров контролендә булған. Радий Хәбиров балалар баҡсаһы бинаһын ҡараны һәм атҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе. Республика Башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда ошо кимәлдәге мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмалары етешмәй.
– Былтыр 25 балалар баҡсаһы төҙөнөк. Был эштен дауам итәсәкбеҙ. 2021 йылда 15 балалар баҡсаһы төҙөргә уйлайбыҙ. Әгәр аҡса етһә, был һанды арттырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Нефтекаманың 24-се биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөшө барышы менән дә танышты. Унда эштәр былтыр майҙа башланғайны. Төҙөлөш өсөн сарыф ителгән аҡса 752,9 миллион һум тәшкил итәсәк. Ошо сумманың 370,25 миллион һумын федераль бюджет “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бүлгән.
“Капитал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Лесин хәбәр итеүенсә, эштәр 35 процентҡа атҡарылған. Төҙөүселәр бинаға кәрәкле коммуникацияларҙы үткәргән һәм эске инженер селтәрҙәрен монтажлай башлаған. Яңы проект эшләү урынына, бында Стәрлетамаҡта файҙаланылған проектты ҡулланғандар. Был иһә аҡсаны ла, ваҡытты ла экономиялаған. Нефтекамалағы иң ҙур буласаҡ яңы мәктәп 1225 балаға иҫәпләнгән. Шуныһы үҙенсәлекле: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә шарттар буласаҡ бында. Төҙөлөш эштәре 2021 йыл аҙағында тамамланасаҡ. Тағы күпмелер ваҡыт ҡоролмаларҙы ҡуйыуға сарыф ителәсәк.
Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтең әйтеүенсә, ҡалала 14 йыл буйы мәктәптәр төҙөлмәгән. Бында тағы бер мәктәп һәм бассейн да төҙөргә ниәтләйҙәр.
Республика Башлығын Нефтекама ҡалаһында аҡыллы туҡталыштар ҡыҙыҡһындырған. Мәҫәлән, “Автотуҡталыш” туҡталыш пункты COVID-19 шарттарынлда бактерицидлы лампа, USB-порт, интернет менән тәьмин ителгән.
– 2020 йылда Нефтекама “Иң яҡшы инициативалы тәжрибә” программаһы буйынса аҡсалата грант яулағайны. Ошо аҡсаға биш уңайлы туҡталыш комплексы алдыҡ, – тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев.
Республика Башлығы Нефтекаманың был тәжрибәһен өйрәнергә һәм тотош республика буйынса таратырға ҡушты. Эш сәфәрендә Радий Хәбиров урындағы етештереүселәр һәм һөнәрмәндәр күргәҙмәһе менән дә танышты. “Нефтекамала эшләнгән” маркаһы аҫтында балалар майҙансыҡтары, тротуар плитәләре һәм башҡалар етештерелә. Радий Фәрит улы республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевҡа урындағы эшҡыуарҙарҙы һәм үҙмәшғүлдәрҙе ошондай сараларға әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырырға, уларҙың үҫеше өсөн ярҙам итергә саҡырҙы. Республика Башлығы шулай уҡ артефакттар күргәҙмәһен ҡараны, Эшҡыуарлыҡ музейын һәм “Сәләмәтлек һуҡмағы” паркын ойоштороу проекттары хаҡында һөйләште.
Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев республика етәксеһенә “Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙанды заманлаштырыу проектын күрһәтте. Ошо маҡсатта быйыл “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” програмаһы сиктәрендә 62,5 миллион һум бүленгән. Бында ял итеү урыны, төрлө майҙансыҡтар, ҡоро фонтан, майҙанды “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына тоташтырыу планлаштырыла.
– Фонтанда хәүефһеҙ плитәләр булыһын, балалар ҡыуанһын, йәрәхәтләнмәһен. Ошондай фонтандарҙы күптән эшләгән Өфө, Бөрө һәм Ишембай тәжрибәһен өйрәнегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Былтыр “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә Нефтекамалағы Парк урамындағы 6, 8 һәм 10-сы күп фатирлы йорттар биләмәһе төҙөкләндерелгән. Бында 5800 квадрат метр майҙанда асфальт түшәлгән, ике балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөкләндерелгән, йәрәхәтләнеү йәһәтенән хәүефһеҙ япмалы тренажерҙар урыны, футбол майҙаны барлыҡҡа килгән. Эштәр өсөн 39,7 миллион һум тотонолған.
– Нефтекаманың ҙур киләсәген күрәм. Ҡала йәш, әүҙем. Бында иҡтисад, шул иҫәптән ҡатмарлы заманса етештереү, машиналар эшләү үҫешә. Ә был – яңы эш урындары. Шуға йәштәр ҡалала ҡала, миграция динамикаһы ыңғай, тыуым арта. Бында йәшәгәндәргә лайыҡлы шарттар булдырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.