Башҡортостанда Йәрминкә эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһы эшләнгән. Ул республика сауҙа инфраструктураһын өс йүнәлеш буйынса үҫтереүҙе күҙ уңында тота: “Йәрминкә майҙансыҡтары”, “Ваҡлап һатыу баҙары”, “Стационар булмаған сауҙа объекттары”.
– Яңы концепцияны бойомға ашырыу халыҡты ҡулайлы хаҡтар буйынса республика етештереүселәренең тәбиғи аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә, йәрминкәләрҙә ҡатнашыусыларға эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, йәрминкә киңлектәрен урындағы халыҡ өсөн дә, төбәк ҡунаҡтар өсөн дә ылыҡтырғыс итеп ойоштороуға булышлыҡ итәсәк, – тип һөйләне сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Пилот проекты Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә башлап ебәрелгән. Йәрминкәнең сауҙа павильондары Хәҡиҡәт урамындағы 24А бинаһында урынлашҡан. Унда кәрәкле ҡорамалдар бар, шул иҫәптән һыуытҡыс камералар ҙа, етештереүселәр һата алмаған әйберҙәрен ҡалдыра ала. Йәрминкәнең ябыҡ форматы һауа торошона ҡарамайынса йыл әйләнәһенә эшләргә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ концепцияны тормошҡа ашырыу майҙансыҡтары итеп республиканың Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Октябрьский кеүек ҙур ҡалалары билдәләнгән. Яңы йәрминкә комплекстарын урынлаштырыуға ер участкаларын һайлау һәм объекттарҙың проекттарын әҙерләү эше алып барыла.
Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәрминкә сараларын үткәреү өсөн 16675 сауҙа урынын тәҡдим иткән 321 майҙансыҡ эшләй, уларҙың 8766 сауҙа урыны булған 149 майҙансығында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.