Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Ил сиктәрен ябыу халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә кәртә була алмай. Быға Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы рәйесе Трани Винчецо менән файҙалы осрашыу үткәргәндә тағы бер тапҡыр инандым.
Һуңғы ете йылда Италия менән республика акраһындағы тауар әйләнеше туҡтап ҡалғайны. Әммә быйыл экспортты күрҙеләр. Пландарыбыҙ ҙур: Башҡортостан ауыл хужалығы, медицина, еңел сәнәғәт продукцияһын ташыу мөмкинлектәрен киңәйтеү. Бергә үткәрелгән саралар Италия менән хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ. Мәҫәлән, ҙур ит етештереү предприятиеһы – Кремонини төркөмдәре – Башҡортостан ит етештереү өсөн идеаль урын, тип иҫәпләй.
Үҙ-ара туристик ағымдарҙы киңәйтеү хаҡында ла һөйләштек. Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы вәкилдәрен Өфөгә Travel Tehnology Awards премияһын тапшырыу сараһына саҡырҙым. Бынан тыш, Трани әфәнде эшҡыуарҙарыбыҙҙың Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы ярҙамында Италиялағы махсуслашҡан күргәҙмәләрҙә бушлай ҡатнаша алыуы хаҡында белдерҙе.
Тиҙҙән Италия-Рәсәй сауҙа палатаһына тотош Италиянан бер нисә мең магазиндан торған ассоциацияның инеүе хаҡында белдерҙеләр. Шуға башҡорт тауарҙарының экспорт каталогын йыйыу, уны Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы ағзаларына һәм партнерҙарға презентациялау хаҡында ҡарар ҡабул иттек. Тағы туризм йүнәлешендәге туризм үҫеше хаҡындағы ҡыҙыҡлы идеяларҙы әлегә сер итеп тотабыҙ. Тиҙҙән пандемия бөтөр һәм итальяндарға төбәгебеҙ матурлығын, мөмкинлектәрен күрһәтә алырбыҙ”.
Фото: республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.