2021 йылдан Башҡортостан Республикаһындағы йыллыҡ табышы 30 миллиард һумдан ашыу булған предприятиелар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша ала. Был турала республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
Уның әйтеүенсә, быйылдан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында потенциаль ҡатнашыусылар исемлеген сауҙа тармағы ойошмалары өсөн киңәйттеләр, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын унан сығарҙылар.
Мәғлүм булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты 2021 йылдан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” тип үҙгәртелде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указы менән раҫланған милли проект 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә. Проектҡа инеү өсөн производительность.рф сайтында ғариза тултырырға кәрәк.
Әле Башҡортостан Хөкүмәте республикалағы ойошмалар менән 106 килешеү төҙөгән.