Иҡтисад
1 Февраль 2021, 10:30

Ҡайһы район "арбаһын" иртәрәк әҙерләй?

Яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышында райондар техника ремонтлай, орлоҡ, минераль ашлама туплай.

Санаңды - йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, ти халыҡ. Яңы ғына ҡыш уртаһы уҙыуға ҡарамаҫтан, республика хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә әҙерлек эшен башланы. Әле ремонт оҫтаханаларында яҙғы баҫыу эштәренә техника әҙерләнә, хужалыҡтарҙа орлоҡ запасы һәм минераль ашлама туплана.
Билдәле булыуынса, былтыр республикала 4 миллион 95 мең тонна уңыш үҫтереп алынған ине. Тәү сиратта был республика игенселәренең тырышлығына һәм технологик талаптарҙы теүәл үтәүгә ҡайтып ҡала.
Ашлаған ер генә аш бирә, халыҡ. Ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, былтыр республикала һәр гектар һөрөнтө ергә 25, 2 килограмм иҫәбенән минераль ашлама индерелгән ине. Был 2019 йылғы менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк булды. Республика игенселәренең быйыл да иҫәптәре һынатмаҫҡа һәм әле минераль ашлама һатып алыуҙың ҡыҙған мәле.
Республиканың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 29 ғинуарға ҡарата хужалыҡтар 12, 7 мең тонна минераль ашлама һатып алған да инде. Был былтырғы менән сағыштырғанда ике мең тоннаға күберәк. Саҡмағош ( 3,1 мең тонна), Илеш ( 1,1), Дүртөйлө (1,1 мең тонна) райондары был йәһәттән әүҙемлек күрһәтә. Башҡалар ҙа улар өлгөһөнә эйәрһә ине.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас