Пандемияға ҡарамай Башҡортостан тышҡы сауҙаны үҫтереүен дауам итә. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, Үзбәкстан, Латвия, Төркиә, Мексика, Бельгия һәм Әзейбайжан менән тышҡы сауҙа әйләнеше ярайһы ғына үҫкән. Бынан тыш Башҡортостан компаниялары Гондурас, Эквадор, Уругвай, Иордания, Марокко һәм Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек илдәр менән дә бәйләнеш булдыра алған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитете рәйесе Маргарита Болычева һөйләне.
2020 йылдың ғинуар-ноябрендә республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 2019 йыл менән сағыштырғанда 25,6 процентҡа кәмегән һәм 3,3 миллиард доллар тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта ыңғай яңылыҡ та бар. Сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт өлөшө 61 процентҡа тиклем үҫкән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ (47,3 процент).
Бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә экспортҡа ярҙам саралары булышлыҡ иткән. Башҡортостан экспортерҙарға бер нисә төр финанс ярҙамы күрһәткән илдәге берҙән-бер төбәк булған. Уларға тауарҙы сит илгә алып барыу һәм тауарға халыҡ-ара сертификация алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшө ҡапланды, шулай уҡ “экспорт кэшбегы” ҡайтарылды.
Башҡортостан “Экспорт форсажы” акселераторы эшләй башлаған алты пилот төбәгенең береһе булды. Программала төрлө тармаҡтарҙан 22 компания ҡатнашты, улар 2 миллион долларҙан ашыулыҡ 12 экспорт контракты төҙөгән.
“Башҡортостанда эшләнгән” тип аталған төбәк бренды програмаһы әҙерләнеп бөтөү өҫтөндә. Порталда үҙҙәре тураһындағы мәғлүмәтте республиканың 40 предприятиеһы урынлаштырған.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты мөмкин булған экспортерҙарға сит илдәр баҙарында тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итергә тейеш. Тәүге этапта программа биш мең самаһы предприятиены үҙ эсенә аласаҡ. “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәрен үҙ предприятиеғыҙға саҡырыу өсөн Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә (347) 246-68-16 телефоны буйынса шылтыратырға йәки уларҙың электрон адрестарына яҙырға кәрәк.
Быйыл да был эш дауам итәсәк. Комитет экспортерҙарға ярҙам итеү буйынса ғәмәлдәге сараларҙы һаҡлаясаҡ һәм яңыларын да булдырасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.