Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров статистика мәғлүмәттәре менән таныштырыуҙан башланы. Башҡортостан өсөн улар һәйбәт.
2020 йылда сәнәғәт етештереүе индексы 98 процент тәшкил иткән. Республика етәксеһе бедереүенсә, барыһы ла күрһәткестең ни өсөн былай икәнен аңлап тора, ул ОПЕК килешеүе сиктәрендә һәм нефть табыу кимәлен корректировкалауға бәйле.
– Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, сәнәғәт етештереүе индексы 97,1 процент тәшкил итте. Шуға күрә беҙҙең 98 процент кимәлендәге күрһәткесебеҙҙе һәйбәт тип иҫәпләйем, тик уны барыбер 100 процентҡа еткерергә һәм арттырырға кәрәк,– тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе башҡа күрһәткестәргә лә туҡталды. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тармағы былтыр ҡыуандырҙы һәм үҫеш күрһәтте.
– Был тармаҡ беҙҙе ҡыуандырҙы һәм 2020 йылда үҫеш 3,1 процентҡа артты. Торлаҡ тапшырыу эше шулай уҡ яҡшы бара – 3,5 процентҡа күберәк. Дөйөм ил буйынса кәмеү күҙәтелә, ә беҙ ыңғай динамикала барабыҙ. Шулай булғас, йылдамлыҡты кәметмәйбеҙ, алға мөһим ҡуйылған бурыстар, – тине Радий Хәбиров.