Республикала 1 февралдән “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты старт алды. Эксперттар Нефтекама, Октябрьский һәм Ишембай ҡалалары эшҡыуарҙарының экспортын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса консультациялар уҙғарҙы.
“Урындағы етештереүселәргә булышлыҡ итеү – Хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Беҙ был тәңгәлдә системалы эш алып барабыҙ. Яңы проект республиканың экспорт потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проект һөҙөмтәһендә төбәктең сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт күләмен 3,2 миллиард долларға тиклем арттырыу һәм 2024 йылға экспортерҙар һанын 900-ҙән 1400 компанияға тиклем еткереү күҙаллана, - тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Бөгөн БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй экспорт үҙәге, БР Экспортына булышлыҡ итеү үҙәге, Башҡортостан Республикаһы үҫеше корпорацияһы белгестәре һәм студент-ирекмәндәрҙән торған команда өс муниципаль райондың 12 предприятиеһында булып, эшҡыуарҙарға консультациялар уҙғарҙы.
“Пандемия эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлегенә йоғонто яһамай ҡалманы. Тап экспорт бизнесҡа сауҙа баҙарын киңәйтеп, көрсөктән тиҙерәк сығырға булышлыҡ итәсәк. “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре предприятиеларҙы төрлө яҡлап анализлап, үҫеш нөктәләрен билдәләйәсәк, сит илдәр баҙарында тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итәсәк. Башҡортостандың һәр эшҡыуары “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәрен бушлай үҙ предприятиеһына саҡыра ала”, - тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитете рәйесе Маргарита Болычева.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы Ишембайҙа – “Витязь” машиналар төҙөү компанияһы”, “Ишембай ойоҡ фабрикаһы” һәм “Ишембай трикотажы” йәмғиәттәрендә, Нефтекамала – “Башеврокуб” модулле конструкциялар заводы”, “Нефтекама махсус техника буйынса машина төҙөү заводы”, “Автосбыт”, “Малыш” йәмғиәттәрендә һәм Октябрьский ҡалаһының "Спецэнергострой", "Озна-Үлсәү системалары", "Пакер", "Альтернатива", "Евротекс" предприятиеларында булды.
Кәңәшмәләрҙә муниципаль берәмектәрҙә экспортты үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде. Эшҡыуарҙар өсөн ҡабул итеүҙәр ойошторолдо.
Экспортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһы төбәктә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәрен үҙ предприятиеғыҙға саҡырыу өсөн Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә (347) 246-68-16 телефоны буйынса шылтыратырға йәки уларҙың электрон адрестарына яҙырға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.