1 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы кәңәшмәһендә республика бюджетынан “Янғантау геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыуға субсидиялар биреү тәртибе ҡаралды.
Бөгөн “Янғантау геопаркы” биләмәһендә Мәсетле ауылында геолог йорто менән бергә “Алтын ҡаҙаҡ” геология музейын, Яңы Ҡаратаулы ауылында йәрминкә майҙаны булған “Каруанһарай” этнография комплексын, Тәкәй ауылында “Салауат ере” тарихи-туристик комплексы составында Салауат Юлаев исемендәге мемориаль музей паркын төҙөү өсөн проект-смета документтары әҙерләнә.
– Беҙ шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы бюджетынан юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға кемпингтар, глэмпингтар үҫеше өсөн субсидия формаһында гранттар биреү проектын әҙерләнек, – тип белдерҙе республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов. – Был иһә Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙөү маршруттары буйлап глэмпингтар күтәреү мөмкинлеген бирә.
– “Янғантау геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәген ойоштороу туризм кимәлен яңы кимәлгә күтәрәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.