Иҡтисад
3 Февраль 2021, 18:00

Ә һеҙ НОМЕ кейемен кейәһегеҙме?

Былтыр компания Өфөлә магазин асты.

Былтыр Башҡортостан компанияларының электрон сауҙа майҙансыҡтарында ҡатнашыуы 2019 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 12 тапҡыр артҡан. Һүҙ республика Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамы менән урынлаштырылған төбәк бренды тауарҙары хаҡында бара.
2019 йылда Башҡортостан 12 компанияның 87 тауары менән Alibaba халыҡ-ара сауҙа майҙансығында ғына ҡатнашҡан. Былтыр төбәк власы урындағы компанияларға сит ил баҙарҙарына сығыу йәһәтенән ярҙамды көсәйткән. Һөҙөмтәлә 135 урындағы эшҡыуар All.biz, Fordaq, Alibaba, Europages, Ebay, Etsy, Satu.kz, Epinduo маркетплейсында 25 меңдән ашыу тауарын урынлаштырған, шуның 19 меңе – Ebay майҙансығында (40 компанияның продукцияһы).
Ebay майҙансығында өс ай элек Башҡортостан символикаһы һүрәтләнгән популяр HOME кейем бренды хужалары Евгений Приземин һәм Иван Кожемякин әйтеүенсә, донъя маркетплейстарына сығыу компания өсөн яңы “үҫеш нөктәһе”нә әүерелгән. Бренд продукцияһын Украинанан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан һәм БДБ-ның башҡа илдәренән һатып алғандар.
Эшҡыуар шулай уҡ компанияның Әрмәнстан һәм Ҡаҙағстанға тауарҙы күмәртәләп һатыуҙары, Германиянан һәм Бөйөк Британиянан һатып алыусыларҙың булыуы, Перунан да ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләне.
Мәғлүм булыуынса, НОМЕ бренды 2020 йылға тиклем интернет-магазин һәм башҡа онлайн-майҙансыҡтар аша үҫте. Былтыр компания Өфөлә магазин асты.
Читайте нас