Иҡтисад
3 Февраль 2021, 12:00

Үҫеш корпорацияһында – кәңәшмә

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Өфөлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
– Беҙ корпорацияны төбәкте үҫтереүҙең, уның инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттарыуҙың мөһим алымдарының береһе тип иҫәпләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Корпорацияға хәҙер Наил Шамил улы Ғәббәсовтың етәкселек итеүенә бик шатмын. Ул бында йәш һәм бик көслө команда алып килде. Серҙе асайым: был команда ваҡытында Ҡырым Республикаһының Үҫеш корпорацияһын Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһенә әүерелдергәйне. Һеҙҙең компетенцияғыҙ һәм ҡеүәтегеҙ тыуған Башҡортостандың үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанам.
Былтыр ноябрҙә корпорация проектлау институты менән берлектә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының перспективалы картаһын төҙөй башлағайны. Был турала корпорацияның капиталь төҙөлөш буйынса директоры Дмитрий Яковлев һөйләне. “Өфө” индустриаль паркының идарасы компанияһы директоры Артем Пензин әйтеүенсә, “Алға” зонаһы инвесторҙар араһында ҙур танылыу яулаған.
– 2020 йылда, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы ойошторолған саҡта, беҙ унда өс резидентты йәлеп итергә ниәтләгәйнек, һөҙөмтәлә улар алтау булды, – тине ул. – 2021 йылда йәнә өс резидентты йәлеп итеү планын өсләтә арттырыуыбыҙ ҙа ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта “Өфө” индустриаль паркында яңы инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү буйынса эш дауам итә. Эшҡыуарлыҡ субъекттары 20 мең квадрат метрлыҡ комплекста етештереү биналарынан һәм майҙандарынан ирекле файҙалана аласаҡ.
Быйыл Үҫеш корпорацияһы төбәккә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән ҙур маҡсат ҡуя – кәмендә 20 миллиард һумлыҡ 40 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу. Был турала беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Радий Хәбиров яҡын арала Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында кәңәшмә булыуы, унда төбәк үҫеш институттарының, шул иҫәптән Башҡортостандың тәжрибәһен өйрәнеүҙе планлаштырыуҙары тураһында белдерҙе. Ошоға бәйле республика Башлығы бер ай эсендә Башҡортостандағы индустриаль һәм технопарктарҙың үҫеш стратегияһын әҙерләргә һәм киләһе “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә тәҡдим итергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас