Рәсәй Хөкүмәте социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль аҡса аласаҡ яңы райондарҙағы иң ҙур төбәк объекттары исемлеген раҫланы. Субсидия Краснодар, Пермь крайҙарына, Воронеж өлкәһенә һәм Башҡортостан Республикаһына бүленә.
Киләһе өс йылда был объекттарҙы төҙөүгә федераль ҡаҙнанан 8,1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. “Стимул” федераль программаһын тормошҡа ашырыуға аҡса дөйөм бюджетҡа һалынған. Ул яңы торлаҡ комплекстарында мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөүгә тотоноласаҡ. Атап әйткәндә, Воронежда ашығыс ярҙам подстанцияһы булған поликлиника, Сочиҙа 1100 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе, Пермь крайында автомобиль юлы, Өфөлә таҙартыу ҡоролмалары һалына.