Өфө ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары, Зәки Вәлиди урамындағы реконструкцияланасаҡ күперҙең нигеҙен һалыуға бәйле Салауат Юлаев проспекты участкаһында төнгө ваҡытта Өфөгә инеү һәм сығыу ваҡытлыса ябыла.
Сикләүҙәр 6 февралдә - төнгө 12-нән иртәнге 6.00 сәғәткә тиклем, ә артабан 7-һенән 28-енә тиклем төнгө 12-нән иртәнге 5.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Ҡалаға ингәндә ябылған урынды урап, йәғни Сочинская урамына күтәрелеп, аҙаҡ Салауат Юлаев проспектына төшөп үтергә, ә инде Зәки Вәлиди урамына күтәрелеп, уның аша Ағиҙел күперенә төшөп, ҡаланан сығып китергә мөмкин буласаҡ.
Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы был сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра, килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм ваҡытлыса урау юлдарҙы һайларға тәҡдим итә.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.