Иҡтисад
6 Февраль 2021, 11:30

Александр Сидякин юғары баһаланы

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республикабыҙҙа Инвестициялау һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса офис проектының ултырышын уҙғарҙы.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республикабыҙҙа Инвестициялау һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса офис проектының ултырышын уҙғарҙы.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумкин билдәләүенсә, invest.ru үҙенең аудиторияһын ярайһы ныҡ арттырған. Порталдың уникаль ҡулланыусылары 2019 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күбәйгән, хәҙер улар – 200 мең тирәһе кеше иҫәпләнә.
– Просмотрҙар бик ныҡ артҡан, 2020 йылдың аҙағына ул 2 миллиондан ашыу булған, – тине Геннадий Разумкин. – Яндекс.Метрики мәғлүмәте буйынса ла географияһы киңәйгән. Халыҡ-ара резиденттарҙы алғанда, Ҡытай, Германия, Төркиә һәм башҡа илдәр бар. Ҡулланыусыларҙы айырыуса бизнес-лентаның яңылыҡтары, инвестиция проекты витринаһы, финанс ярҙам, инвестиция картаһы ҡыҙыҡһындырған.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин башҡарылған эштәрҙе юғары баһаланы һәм алда тағы ла амбициоз бурыстар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас