Иҡтисад
6 Февраля 2021, 15:23

“Беҙҙең төбәк халҡы тырыш, егәрле”

Үҙ яҙмышын тыуған төйәге менән бәйләгән улар.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы тармағының эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан республика һәм район киң мәғлүмәт сараларын йыл да бүләкләй. Күптән түгел Мәсетле ра­йон хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре райондар араһында аграр теманы яҡтыртыуҙа еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ ошо министрлыҡ беренсе тапҡыр “Башҡортса – модалы. Трендта бул” конкурсын ойоштороп, йомғаҡ яһаны. Унда ла мәсетлеләрҙән Анфиса Ишмөхәмәтова – икенсе, Гөлдәр Солтанова өсөнсө урындарҙы яуланы.


Мәсетле төбәге халҡының төп тормош рәүеше ауыл хужалығына бәйле, шуғалыр ҙа был йәһәттән яҡтыртаһы заман геройҙары, ҡаҙаныштар етерлек. Беҙ ҙә командировка ваҡытында район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Вадим Рәйес улы САДИҠОВ менән осрашып, төбәктә аграр тармаҡтың үҫеше менән ҡыҙыҡһындыҡ.


– Вадим Рәйес улы, аграр теманы яҡтыртыу буйынса беренсе урынды алып, республи­ка­ның башҡа район вәкилдә­ренең танауына сирттегеҙ түгелме?

– Әлбиттә, йылды ошондай ҡыуа­ныслы ваҡиға менән тамам­лауға шатбыҙ. Мәсетле районының алдынғылар рәтендә булыуында ер кешеһенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла, тәү сиратта, беҙ ауыл хужалығында алһыҙ-ялһыҙ эшләгән, үҙ яҙмышын тыуған еренә бәйләгән халҡыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға рәхмә­тебеҙ сикһеҙ. Матур итеп донъя ҡорған йәш ғаиләләребеҙ ҡыуан­дыра. Уларҙы ауыр эш ҡурҡытмай, күпләп мал үрсетәләр, үҙ кәсебен үҫтерәләр. Районда көнкүреш ауыл хужалығына бәйле булғас, беҙҙең матбуғат саралары – “Мәсетле тормошо” район гәзите, “Урал” теле­студияһы журналистары, Мәсетле район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошо хаҡта даими яҙа. Тырыш, уңған кешеләребеҙ булмаһа, мәғлүмәт тә таралмаҫ ине.
Районда 100-ҙән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, өс ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы бар, ту­ғыҙ мең самаһы шәхси хужалыҡ, бер ауыл хужалығы кооперативы, яуаплылығы сикләнгән биш йәм­ғиәт, йәнә биш ауыл хужалығы ҡул­ла­ныусылар кооперативы бар. Күләм яғынан төньяҡ-көнсығыш райондар араһында беренсе урында торабыҙ.
Былтыр “Аҡтау” ауыл хужалығы комбайнсыһы Дмитрий Петкин, “Иң яҡшы иген йыйыу комбайны опера­торы” номинацияһында еңеү яулап, “Шевроле-Нива” автомобиле ме­нән бүләкләнде. Ул йыл да алдын­ғылар рәтендә. 2018 йылда йәш егетебеҙ – студент Илнар Ниғмәт­йәнов автомобиль менән бүләклән­гәйне. Әйткәндәй, уның атаһы Илдар Сәғит улы Ниғмәтйәнов – “Аҡтау” хужалығы етәксеһе.
Былтыр “Йондоҙ” йәмғиәтенең алдынғы механизаторы Салауат Хәйҙәр улы Латипов Рәсәй Федера­цияһының “Ауыл хужалығы буйынса хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән наградланды. Баш бухгалтер Зоя Хисамоваға Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәк­сеһе Алик Зыялетдинов һәм “Мә­сетле мәғлүмәт-консультация үҙә­ге” учреждениеһының баш агрономы Салауат Зәбихуллин “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
“Аҡтау” ауыл хужалығы, XXII Бө­тә Рәсәй “Алтын көҙ-2020” ауыл хужалығы күргәҙ­мәһендә ҡатна­шып, бронза миҙал менән бүләкләнде. Хәҙер уның ике көмөш һәм өс бронза миҙалы бар.
– Етештерелгән ауыл хужа­лы­ғы тауарын һатыу яйға һалынғанмы?

– Һөттө Мәсәғүт һөт-консерва комбинатына тапшыралар, шулай уҡ Пермь өлкәһендәге Көнгөр һөт комбинаты, Силәбе өлкәһенең Златоуст һөт комбинаты һатып ала, продукция урындағы баҙарға ла сығарыла. Итте Балаҡатай райо­нын­дағы Ямаш ит комбинатына тапшыралар. “Ленин” ауыл ху­жалығы етештереү кооперати­вының үҙенең эшкәртеү базаһы бар. Унда колбасаның биш төрө, ярымфабрикаттар етештерелә. Әҙер продукция хужалыҡтың дүрт магазины аша сауҙаға сығарыла.
– Әйтергә кәрәк, дәүләт ауыл ху­жалығына ярҙам итеү маҡса­тында төрлө программаларҙы бо­йомға ашыра. Уларҙа район хужалыҡтары әүҙем ҡатнашамы?

– Район иҡтисады элеккесә яңы һулышҡа мохтаж, был йәһәттән ауыл хужалығы үҙенең ҡеүәтен үҫтерә бара, тип әйтһәм дә, хата бул­маҫ. Йүнсел граждандар дәүләт ярҙамы булған программаларҙа ҡат­наша, күптәре инде шәхси ярҙам­сы хужалыҡ сифатында тү­гел, ә фермер – шәхси эшҡыуар статусында. Былтыр “Агростартап” һәм “Яңы эш башлаған фермерға ярҙам” программаларында ҡатна­шып, өс райондашыбыҙ – Нина Крючкова, Фидус Ҡазыев, Никита Перевышин еңеүгә өлгәште һәм фермер хужалығын үҫтереүгә бөтәһе 9,5 миллион һум күләмендә грант яуланы. 2020 йылда грант ярҙамын йәлеп итеү саралар күләме рейтингы буйынса беҙҙең район республикала иң тәүге бишәү иҫәбенә инде.
Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү, сыр һәм әскел­тем-һөт, колбаса, ит һәм ик­мәк-кү­мәс ризыҡтары һәм ҡош ите етеш­тереү буйынса кооперативтар бар­лыҡҡа килде – “Урарту”, “Бобинский”, “Таң”. Быйыл “Урал” ауыл ху­жалығы ҡулланыусылар кооперативы ярма ризыҡтары етеш­тереүҙе яйға һаласаҡ, ә “Атлант“ ауыл хужалығы ҡулла­ныусылар кооперативы базаһында мал һуйыу цехы сафҡа индереләсәк.

“Урарту” хужалығы 28 миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды. Был аҡсаға тағы ла үҙенең 18 миллион һумын өҫтәп, һөт ҡойоу, әскелтем-һөт ризыҡтарын һәм ҡаты сыр етештереү ҡора­мал­дарын алды. Әйтергә кәрәк, кооператив етештергән тауарын ба­ҙар­ҙа тәҡдим итеүгә һәм һатыуға айырыуса иғтибар бирә, төрлө күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Улар сығарған сырға Өфө, Екатеринбург һәм Мәскәү кеүек ҡалаларҙа ихтыяж ҙур.
Былтыр ауыл хужалығы техни­каһын күпләп алдыҡ – 102 миллион һумдан ашыу суммаға. Быға тиклем ундай ҙур аҡса тотонғаныбыҙ юҡ ине, 2019 йылда был һан 55 миллион һумға тиң булды.
Граждандарҙың шәхси хужалыҡ­тары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 2018–2019 йылдарҙа булдырылған ҡулланыусылар кооперативы уларҙы хеҙмәтләндереүгә ҙур өлөш инде­рә. Улар халыҡтан һөт ҡабул итә, кооператив ағзаларының ярҙам­сы хужалыҡтарын үҫтереүҙә төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Былтыр туғыҙ айҙа бер кооператив 8 миллион 347 мең һум күләмендә килем алды, 2019 йыл менән сағыш­тыр­ғанда, был 80 процентҡа күберәк.
Әммә был эштә хәл итәһе етди һорауҙар ҙа бар. Асығыраҡ әйткән­дә, пайсыларҙан тауар һатып алыу, кооператив ағзаларын юғары етеш­тереүсәнле мал һәм техника менән тәьмин итеү буйынса күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тейешле кимәлдә файҙаланылмай. Шуға ла быйыл беҙ эшләп килгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына ҡарашты үҙгәртеү маҡсатын ҡуйҙыҡ, йәғни артабан уларҙы килемде ҡеүәтләгән программалар аша үҫтерә­сәкбеҙ.
– Районда мал ҡышлатыу нисек бара?

– Хужалыҡтар ҡышҡа ныҡлы әҙерлек менән инде. Уҙған йыл баҫыу эштәре һәм уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү уңышлы булды. Һөҙөмтәлә 19,5 мең тонна бесән һәм 18 мең тонанан ашыу сенаж әҙер­ләнде. Һөҙөмтәлә районда бер баш малды ҡышлатыу өсөн шартлыса 30 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.
Һыйыр малын элеккесә һаҡлап ҡалдыҡ – 12,6 мең баш кимәлендә, шул иҫәптән уның 5,3 мең башын һауын һыйыры тәшкил итә. Һарыҡ һәм кәзә – туғыҙ мең баш, сусҡа – 1,8 мең баш. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, ит һәм һөт етеш­тереү буйынса ла һөҙөмтәләр тото­роҡло, ҡайһы бер хужалыҡтар күр­һәткестәрен яҡшыртты. Мәҫәлән, былтыр һөт етештереүҙе “Ленин” – 156, “Йондоҙ” 315 тоннаға арт­тырҙы. Малсылыҡта “Ленин” хужа­лығы алда, уның 1666 баш һыйыр малы бар, шуның 700-ө һауыла. Быйыл бер һауын һыйырынан уртаса ете мең килограмдан ашыу һөт алыу маҡсаты ҡуйылған.
Шулай итеп, яңы йылға яңы өмөт­тәр, уй-ниәттәр менән аяҡ баҫтыҡ.
– Вадим Рәйес улы, ҡырыҫ тәбиғәтле төньяҡ-көнсығыш ра­йондарҙа ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, әммә мәсетлеләр һынатмай. Был уңыштың сәбәбе нимәлә?

– Беҙҙең район халҡы тырыш, егәрле, ә ерҙә, ауыл хужалығында уңғандар ғына эшләй ала.
– Һыйыр йылы малсылыҡ, үҫем­лекселек өсөн, ғөмүмән, ауыл хужалығы өсөн уңышлы булһын, тип теләйбеҙ.


Мәсетле районы.
Читайте нас