Төмән прокуратураһы ваҡытында эш хаҡы түләнмәгән Башҡортостан вахтасыларын эҙләй. Һүҙ 2016 йылда бөлгөнлөккә төшкән “Барс” етештереү фирмаһы тураһында бара. Быйыл ул хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурысын ҡайтарырға уйлай.
2020 йылдың авгусынан алып 97 хеҙмәткәр эҙләп табылған һәм 1,3 миллион һум аҡса түләнгән. Тағы 130 кешегә бурысты ҡайтарырға кәрәк. Аҡсаһыҙ ҡалғандар араһында Башҡортостан ир-егеттәре булыуы ла билдәле.
Конкурс идарасыһы йәки уның ярҙамсыһына түбәндәге телефондар аша шылтыратығыҙ: 8-912-925-70-35 (Александр Копытов), 8-904-494-61-56 (Юлия Стахова) йәки 8(3452) 58-21-98 (Төмән прокуратураһы).