Иҡтисад
7 Февраль 2021, 06:30

Ризыҡтары бик тәмле, иң мөһиме – тәбиғи!

Кооператив тауары Шишмә районында һәм Өфө магазиндарында һатыла.

Ауыл халҡының башланғысы һәм республика гранты Шишмә районында заманса һөт эшкәртеү производствоһы асыу мөмкинлеген биргән.
Азат Нурғәлиев 1993 йылдан фермер хужалығына етәкселек итә. Элек ул һөттө эшкәртеүселәргә тапшырған, һуңыраҡ иһә уны үҙең эшкәртеү күпкә табышлыраҡ тигән ҡарарға килеп, грантҡа ғариза яҙған. 2,6 миллион һумлыҡ грант аҡсаһын “Нур-Агро” ауыл хужалығы кооперативы ҡорамалдар, һыуытҡыслы автомобиль һатып алыуға тотонған.
Ике йыл эсендә Шишмә ауыл хужалығы кооперативы ярайһы уҡ ҙур уңышҡа өлгәшкән. Әле “Нур-Агро” 15 төрлө бик тәмле, ә иң мөһиме – тәбиғи һөт ризыҡтары сығара. Ҡыш көнө бында ике мең тонна һөт эшкәртәләр. Кооператив тауары Шишмә районында һәм Өфө магазиндарында һатыла.
Мәғлүм булыуынса, республикала ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас