Иҡтисад
8 Февраль 2021, 08:50

Хәүеф ныҡ яҡын...

Радий Хәбиров барлыҡ яуаплы ведомстволарға йөкләмәләр бирҙе.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡтан башланы. Ул республикабыҙға янаған хәүеф тураһында киҫәтте. Һүҙ сусҡаларҙың африка тағуны һәм ҡош киҙеүе тураһында бара. Республика етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм ведомстволар етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, һаҡланыу саралары күрергә ҡушты.
Билдәле булыуынса, ғинуар айында ғына илдең һигеҙ субъектында сусҡаларҙың африка тағунына бәйле 18 осраҡ теркәлгән.
– Был сирҙең беҙҙең сиктәргә яҡын булыуы хәүефләндерә. Беҙгә иң яҡын булған сир усағы Татарстандың Әлмәт районындағы һунарсылыҡ хужалығында теркәлгән. Унда 21 ғинуарҙа ҡабанда был сир геномы асыҡланған. Юғары патогенлы ҡош киҙеүе буйынса ла хәл тотороҡло түгел, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, был йәһәттән дә хәлдәр хәүефле һәм беҙҙең сиктәргә бик яҡын. Татарстан менән Силәбе өлкәһендә ҡош киҙеүе осраҡтары бар. Татарстан республикаһының Мөслим районында биш мең баш ҡаҙҙы юҡ иткәндәр.
– Күренеүенсә, быларҙың барыһы ла бик яҡын. Бер уйланмаған аҙым, бер иғтибарһыҙлыҡ – беҙҙә лә был сирҙәр барлыҡҡа киләсәк. Шуға күрә бөтә яуаплы ведомстволар бөгөндән ныҡлы эш башлағыҙ, – тине ул.
Радий Хәбиров “Россельхознадзор”ға йәнлектәрҙең күсеп йөрөүенә контролде көсәйтергә ҡушты, ә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡырағай ҡабандарҙы кәметеү буйынса саралар күрергә тейеш. Район хакимиәттәре башлыҡтарына урындағы фермерҙар менән аңлатыу эшен көсәйтергә йөкмәтелде.
Шулай уҡ Башҡортостанда сирҙе таратмау өсөн ҡырағай ҡабандарҙы атыу башланасаҡ. Уларҙың һаны 4 мең гектарға берәүҙән артыҡ булмаҫҡа тейеш. Ә сусҡасылыҡ хужалыҡтары тирәләй ун километр радиусында бер ҡабандың да ҡалмауы зарур.
Фото: gazeta-n1.ru
Читайте нас