Республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлолоғон нығытыу буйынса өҫтәмә сараларҙы раҫлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
"Пандемия ваҡытында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү – икенсе йыл рәттән Башҡортостан Хөкүмәтенең төп мәсьәләһе, – тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров. – Шул уҡ ваҡытта пандемия тамамланасаҡ, артабан йәшәү дауам итәсәк. Ошо нигеҙҙә киләсәккә йүнәлтелгән иҡтисадтың тиҙләтелгән үҫеше мотлаҡ икәнлеген иҫәпкә алып, ярҙам итеү сараларының өсөнсө пакетын эшләнек. Унда 9,7 миллиард һумлыҡ 66 ярҙам сараһы ингән. Барыһы ла иҡтисадҡа ярҙам итеп кенә ҡалмай, уның үҫешенә булышлыҡ итәсәк".
Ярҙам сараларының өсөнсө пакетына инвестиция эшмәкәрлеге, һалым ташламалары, мөлкәт йәһәтенән ярҙам, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, ауыл хужалығы, сауҙа, экспорт, сәнәғәт, мәшғүллек һәм социаль өлкә инә. Тәүге икәүһе 30 миллиардтан ашыу һумлыҡ 58 сараны үҙ эсенә алғайны.
Фото: республика Хөкүмәте сайты.