Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларға өсөнсө саралар пакетына ярашлы, 300 миллион һумлыҡ тиерлек ярҙам күрһәтеү ҡарала.
Бынан тыш, Хөкүмәт ғәмәлдәрҙе ҡулайлыштырыу һәм һаҡсыл етештереү алымын индереү йәһәтенән төбәк предприятиеларына адреслы ярҙамды ла киңәйтте. Был маҡсатҡа 30 миллион һум бүленә.
Әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында Башҡортостандан 106 компания ҡатнаша. Предприятиеларға етештереүҙе ҡулайлаштырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырғанда Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге федераль һәм төбәк компетенциялар үҙәктәре эксперттарының методолгик ярҙамынан бушлай файҙаланыу мөмкинлеге бирелә.
Финанс ярҙамы сифатында Федераль сәнәғәтте үҫтереү фондынан йылына бер процент менән 50-300 миллион һумға тиклем биш йылға льготалы заем биреү ҡарала. Милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларға шулай уҡ табышҡа һалым инвестицияға сығымдың 50 процентына тиклем кәметелеүе ихтимал.