Иҡтисад
12 Февраль 2021, 09:30

Яңы ассоциация төҙөлә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала Төҙөүселәр ассоциацияһын ойоштороу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

11 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала Төҙөүселәр ассоциацияһын ойоштороу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
– Төҙөлөш тармағын үҫтереү мәсьәләләренә һәм һөнәри төҙөүселәр берләшмәһе менән үҙ-ара эш итеүгә арналған әүәлге кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Төҙөүселәр ассоциацияһын ойошторорға ҡарар иттек. Республикабыҙ өсөн был – әһәмиәтле ваҡиға. Ул ҡалала төҙөлөштәр алып барыуға ҡарашты тамырынан үҙгәртәсәк, – тине Премьер-министр.
Андрей Назаров билдәләүенсә, әлегә тиклем төҙөүселәр күп фатирлы йорттарҙы социаль ихтыяжды иҫәпкә алмайынса һала ине. Һөҙөмтәлә тиҫтәләрсә мең кеше йәшәгән биҫтәләрҙә тейешле социаль инфраструктура булдырылмай ине. Шуға күрә Мәскәү ҡалаһының ошо өлкәләге тәжрибәһен файҙаланырға ҡарар ителде.
– Беҙ Ҡала төҙөлөшө советы ойошторҙоҡ. Ул эшен башланы. Хәҙер Төҙөүселәр ассоциацияһы булдырыла. Ул баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың дәүләт менән аралашыу майҙансығына әүерелергә тейеш, – тине Андрей Назаров.
Кәңәшмәлә ассоциацияны ойоштороу буйынса сараларға йомғаҡ яһалды, етәксе органдар составы раҫланды, киләсәккә пландар һәм бурыстар тикшерелде.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас