Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге ярҙамында заводта етештереүсәнлекте арттырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылды. Был эш һөҙөмтәһендә сменаһына бер кешегә хеҙмәт етештереүсәнлеге 48 процентҡа, тотош предприятиела етештереү уртаса 30 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта эште башҡарыу ваҡыты 44,5 процентҡа ҡыҫҡарҙы.