Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҡшы яңылыҡ менән бүлеште: Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән "Ҡала мөхитен үҫтереүгә кешеләрҙе йәлеп итеү һәм уңышлы уртаҡ ҡатнашлыҡ миҫалдары атласы"на Башҡортостандан биш кейс ингән.
Атап әйткәндә, һүҙ түбәндәге проекттар хаҡында бара:
✔ Белорет ҡалаһындағы ял һәм мәҙәниәт паркын реновациялау;
✔ "Воскресенск заводы" арт-үҙәген реновациялау;
✔ "Межгорьеның АртTerria" павильонын реновациялау;
✔ Дәүләкән ҡалаһы үҙәген төҙөкләндереү;
✔ Йылайыр ауылында яңы йәйәүле маршрут булдырыу.
Улар Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла иң яҡшыларҙан тип табылған һәм Австрия, Бразилия, Канада, Мексика, Шотландия кеүек илдәрҙең көнүҙәк кейстары менән бер рәттә бара. Атлас иһә кешеләрҙе йәмәғәт киңлектәрен проектлауға йәлеп итеү миҫалдарын күрһәтә һәм ҡала халҡы ихтыяждары менән дөрөҫ эш итеү мөмкинлеген белдерә, тип билдәләй республика етәксеһе.
Фотолар: vk.com/radiyhabirov