Иҡтисад
16 Февраль 2021, 18:45

Был - тәү сираттағы бурыстарҙың береһе

Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә 3,4 миллиард һум тотонасаҡтар. Был ярҙам саралары өсөнсө пакетҡа индерелде.

Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә 3,4 миллиард һум тотонасаҡтар. Был ярҙам саралары республика Башлығы Радий Хәбиров раҫлаған өсөнсө пакетҡа индерелде.
"Инвесторҙарға булышлыҡ – беҙҙең тәүге сираттағы бурыстарҙың береһе. Өҫтәмә ярҙам саралары менән төбәктә эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, был иһә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға, хеҙмәт хаҡын күтәреүгә, иҡтисадты комплекслы үҫтереүгә алып килә", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Премьер-министр билдәләүенсә, республикала транспорт, энергетика һәм коммуналь инфраструктура объекттарын булдырыу, реконструкциялау йәһәтенән инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереүгә 1,2 миллиард һум һалынған. Ярҙам бюджет кредиттары буйынса бурысты кәметеү иҫәбенә башҡарыла.
"Конкурентлыҡты үҫтереү фондына республикалағы системалар булдырған предприятиеларға ярҙам итһен өсөн 300 миллион һумлыҡ ташламалы кредиттар биреләсәк, Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышында ҡорамалдар һатып алыу буйынса курстар айырмаһын ҡаплауға 100 миллион һум бүленә", – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Башҡортостан ҡаҙнаһынан шулай уҡ инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын реконструкциялауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 250 миллион һум биреләсәк. Бынан тыш, республиканың өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттарына Гарантия фондынан бер тапҡыр бирелә торған ярҙам 25 миллион һумдан 50 миллион һумға саҡлы арттырылды. Урман ҡырҡыу техникаһы, ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт ҡорамалдары алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн дә ярҙам ҡарала.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас