Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостанда инвестиция шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән Стратегик сессия үтте. Сарала федераль кимәлдәге эксперттар ҡатнашты.
“Стратегик сессия инвестиция йәлеп итеү кеүек стратегик маҡсатҡа өлгәшеү өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе, башланғыстарҙы, проекттарҙы һәм алымдарҙы билдәләргә тейеш. Өс өҫтөнлөклө йүнәлеш менән сикләнергә тәҡдим итәм. Ете – ул беҙҙең гербтағы ҡурайҙың ете сәскәһе: кеше капиталын үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу һәм эш шарттарын яҡшыртыу, сәнәғәтте, агросәнәғәт комплексын, транспортты, туризмды, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөн һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, сараны асып.
Премьер-министр билдәләүенсә, инвестиция шарттарын яҡшыртыу өсөн тәү сиратта эшҡыуарҙар өсөн уңайлыҡтар булдырырға, бизнес менән властың туранан-тура аралашыуын яйға һалырға, коммуникациялы стратегия төҙөргә, “Евразия иҡтисади үҙәге” инвестиция проектын идея йәһәтенән камиллаштырырға кәрәк.
Фекер алышыу барышында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм республикала эш шарттарын яҡшыртыу буйынса аныҡ ғәмәлдәрҙе билдәләйәсәк ҡарарҙар ҡабул ителде. Тап улар иҡтисади үҫеш алымы булған “юл карталары”ның нигеҙен тәшкил итәсәк.