15 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән сираттағы Президиум кәңәшмәһендә “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре ҡаралды.
– Ҡатмарлы макроиҡтисади күрһәткестәргә ҡарамаҫтан, ике пакет дәүләт ярҙамы сараларын иҫәпкә алып, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә алдыҡ, – тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров. – Бынан тыш, икенсе ярты йыллыҡта Башҡортостанда ошондай эшҡыуарҙар һанынының артыуы һиҙелде. Шуға йәмғиәттә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу темаһы бигерәк тә йәштәр мөхитендә бик мөһим, – тине Премьер-министр.
Проекттың маҡсаты – Рәсәй Федерацияһы халҡында эшҡыуарлыҡтың ыңғай образын формалаштырыу, граждандарҙың төрлө категорияларын, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәрҙе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡтың яңы субъекттарын барлыҡҡа килтереү.
– 2020 йылда 12 эшҡыуарлыҡ лагерын үткәрҙек. Улар аша 702 эшҡыуар үтте, – тип хәбәр итте республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. – Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Иглин, Асҡын һәм Яңауыл райондары эшҡыуарҙары менән 47 асыҡ дәрес үткәрҙек. Ике йыл эсендә 15 эшҡыуарлыҡ мәктәп клубы эшләй. Улар ҙур һорау менән файҙаланыла.
Фото: республика Хөкүмәте.