Иҡтисад
16 Февраль 2021, 13:45

Парк урамына – яңы һулыш

Эште быйыл 29 октябргә тамамларға ниәтләйҙәр.

Быйыл Өфөлә Парк урамы тулыһынса яңыртыла. Күләмле эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Парк урамында юл япмаһын алмаштырыуҙан тыш, коммуникацияларҙы тулыһынса үҙгәртеп ҡороу, яҡтыртҡыстарҙы модернизациялау, яңы туҡталҡалар булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһелеген тәьмин итеү саралары планлаштырыла – өҫтәмә юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк, яңынан тамға һалынасаҡ.
Көндәр йылыныу менән ремонтҡа тотоноу өсөн подряд ойошмаһы объектта әҙерлек эшен – ағастарҙың ботаҡтарын киҫә башланы. Капиталь ремонтта юлсылар заманса технологияларҙы файҙаланмаҡсы.
Муниципаль килешеүгә ярашлы, төҙөкләндереү эше быйыл 29 октябргә тамамланырға тейеш. Әммә подряд ойошмаһы объектты ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.
Фото: ufacity.info
Читайте нас