Иҡтисад
17 Февраль 2021, 16:45

Үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыла

Илшат Тажетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Алға" биләмәһендә барған эштәр хаҡында яҙҙы.

Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгелдәрҙе яҙҙы.
“Алға” махсус иҡтисади биләмәһе үҫә. Бөгөн уның Ишембай эргәһендәге I-майҙансығында эшлекле кәңәшмә үткәрҙем. “Аркада”, “ЗАСПОРТ”, “ЗуР” компаниялары-резиденттары етәкселеге ҡатнашлығында электр, газ, һыу менән тәьмин итеү, һыу үткәреү, транспорт инфраструктураһы буйынса төп техник ҡарарҙарҙы үтәү хаҡында һөйләштек.
“Алға” махсус иҡтисади биләмәләрен проектлау, межалау проекттарын эшләү тамамлана. Яҡын арала инфраструктура объекттарын ойоштороу йәһәтенән проект-эҙләү һәм төҙөлөш-монтажлауға тотонмаҡсыбыҙ.
Резиденттар үҙ сиратында майҙансыҡтарында әүҙем эшләй. Шулай итеп, “Аркада” берекмәһе хакимиәт һәм етештереү корпустарын күтәрә. “ЗуР” компанияһы нигеҙ буйынса эштәрҙе тамамлаған. Ағымдағы йылда улар етештереүҙе башламаҡсы.
Дөйөм алғанда, алты компания махсус иҡтисади биләмә резиденты булып тора. Улар ун миллиард тирәһе һумды инвестициялай, 1,5 мең тиерлек эш урыны булдырасаҡ. Яҡын арала Эксперт-совет кәңәшмәһендә тағы ике потенциаль резиденттың бизнес-планын ҡарарға уйлайбыҙ. Инвесторҙар талаптарынан алдараҡ эшләйбеҙ, үҫеш өсөн шарттар тыуҙырабыҙ”.
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас