Иҡтисад
17 Февраль 2021, 13:45

Шәриптәр йәнә һыулы булды

Һыу башняһына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдән һуң Шәрип ауылындағы 313 кеше һыу менән тәьмин ителде.

Шәрип ауылында йәшәгәндәрҙең йорттары, шулай уҡ социаль объекттар – ҡарттар йорто, мәктәп һәм балалар баҡсаһы – тиҙ арала һыу менән тәьмин ителгән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығына Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин хәбәр иткән.
“Барлыҡ социаль объекттарҙы һәм йорттарҙы һыу менән тәьмин итеүҙе тергеҙҙек. Торбаларға килгәндә, зыян тураһында әле әйтеп булмай, әммә һыу китте. Был – яҡшы билдә. Уларҙы ҡаҙырға кәрәк, шуға әлегә әйтеүе ҡыйын. Бурыс өлөшләтә ҡапланған. Ә ҡалған сумманы яҡын арала ҡаплаясаҡтар”, – тип хәбәр иткән ул.
“Башинформ” агентлығы бурыс менән бәйле хәлде асыҡлау өсөн Кушнаренко РЭС-ы ҡараған “Башкирэнерго” компанияһына мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, энергетиктар “ЭСКБ” күрһәтмәһен үтәгән. “ЭСКБ”ның матбуғат хеҙмәте һыу башняһы буйынса бурыстың ҡайҙан барлыҡҡа килгәненә аңлатма биргән.
“Башэлектросбыт” В.В. Шепиловтың намыҫһыҙ ҡылығы өсөн ғәфү үтенә. Ул, бер кемгә лә һыу башняһының социаль объект икәнлеген аңлатмайынса, энергия менән тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөгән. Был хаҡта белгәс, тиҙ генә электр менән тәьмин итеүҙе ҡайтанан тергеҙҙек”, – тип белдергән.
Компанияла бурыстың 79 937 һум тәшкил итеүе хаҡында хәбәр иткәндәр. Күп һанлы иҫкәртеүҙәрҙән һуң был бурыс өлөшләтә ҡапланған. “Әлеге ваҡытта ҡалған сумма 4237 һум тәшкил иткән. Торлаҡ йорт өсөн ҡалған сумма - 21 449 һум”, – тип хәбәр иткәндәр “ЭСКБ”ла.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев Башҡортостан Прокуроры Владимир Ведерниковҡа Кушнаренко районының Шәрип ауылындағы һыу башняһы менән бәйле хәлде тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.
Дәүләт Думаһы депутаты мөрәжәғәтенән күренеүенсә, һыу башняһы 2006 йылда хеҙмәтләндереү өсөн шәхси ҡулдарға бирелгән.
“Айырым кешенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2021 йылдың 11 февраленә электр менән тәьмин итеүсегә бурыс 85700 һум тәшкил иткән. Әммә был факт аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында иҫәпкә алынмаған, – тип яҙылған “Башинформ”да булған документта. – Был осраҡта түләнгән, әммә шул уҡ ваҡытта биш көндән һуң электр уты өҙөлгән”.
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.
Читайте нас