2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан сит илдәргә 236 миллион долларҙан ашыу күләмдә циклик углеводород, карбонат, монокарбон кислотаһы һәм уларҙың сығарылмаларын экспортлаған. Республика был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә – беренсе, ә турбодвигателдәр һәм газ турбиналары сығарыу йәһәтенән икенсе (769,6 миллион доллар) урынды яулаған.
"Республиканың экспорт ҡеүәтен арттырыу – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Төбәгебеҙ өсөн традицион тармаҡтарҙа беҙ һәр саҡ юғары күрһәткестәргә өлгәштек, илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә ихтыяжды ҡапланыҡ. 2020 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, беҙ химия сәнәғәте продукцияһының ҡайһы бер төрҙәрен эспортлау буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды яуланыҡ", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Былтыр Финляндияға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға 79,5 миллион долларлыҡ циклик углеводород, Беларусь Республикаһына, Ҡаҙағстанға, Кипрға – 90,9 миллион долларлыҡ карбонат, Төркиәгә, Финляндияға, Нидерландҡа 66,3 миллион долларлыҡ монокарбон кислотаһы сығарылған. Ҡытай, Һиндостан, Канада Башҡортостандан 769,6 миллион долларлыҡ турбодвигателдәр һәм газ турбиналары һатып алған.
Тауарҙарҙың был төркөмдәре сеймал һәм энергетика экспортына инмәй. Тап ошондай экспортты арттырыу бурысы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектында билдәләнгән.