Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбукта үҙенең сираттағы эш осрашыуы һәм уның һөҙөмтәләре тураһында бәйән итә.
“Һаҡлыҡ банкының өлкән вице-президенты Олег Ганеев һәм Һаҡлыҡ банкының Урал банкы рәйесе Дмитрий Суховерхов менән осраштым. Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләштек.
Дөйөм алғанда, Һаҡлыҡ банкы беҙҙең элекке һәм хатта стратегик партнерыбыҙ булып тора. Ул республиканың иң ҙур ун һалым түләүсеһе иҫәбенә инә. Беҙ торлаҡ, социаль төҙөлөш, ауыл хужалығы, һанлаштырыу, бәләкәй бизнесты кредитлау һәм башҡа күп тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Башҡортостандың барлыҡ иҡтисады тиерлек Һаҡлыҡ банкы менән эш итә.
Былтыр пандемия ҡыҙған мәлдә лә банк ситтә ҡалманы. Ул беҙҙең эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам күрһәтте – зыян күргән тармаҡтарға һигеҙ миллиард һумлыҡ самаһы процентһыҙ һәм ташламалы кредиттар, шулай уҡ күптәргә кредит каникулдары бирҙе.
Быйыл республика банк менән тәрәнерәк хеҙмәттәшлек итәсәк. Финанслашыу шарттарында банк алты ауыл хужалығы проектына 9,2 миллиард һум самаһы аҡса һаласаҡ. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проектына ярашлы беҙ Өфөләге 3-сө бала табыу йортона яңы корпус төҙөйәсәкбеҙ һәм булғанын төҙөкләндерәбеҙ. Ошо уҡ схема буйынса спорт көрәше үҙәге, волейбол, футбол стадиондары, бассейндар һәм 12 мәктәп төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ.
Бынан тыш, быйыл Һаҡлыҡ банкы “Жилстройсбережения” ипотека-аҡса туплау программаһында ҡатнашыуын яңыртасаҡ. Беҙҙең граждандарға торлаҡ һатып алыу өсөн ташламалы 5,5-7 процент менән кредит бирәсәк. Тағы шулай һөйләштек: улар “Башавтотранс”ҡа лизингҡа 120 автобус бирәсәк. Беҙ уларҙы баш ҡаланың төп маршруттарына ҡуясаҡбыҙ.
Февралдә республика Хөкүмәте бизнесҡа ярҙам итеүҙең өсөнсө пакетын ҡабул итте. Ундағы төп пункттарҙың береһе булып предприятиеларға ҡорамалдар һатып алыу һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу сығымдары проценттарын өлөшләтә субсидиялау тора. Беҙ был процесҡа Һаҡлыҡ банкын йәлеп итергә теләйбеҙ. Дөйөм алғанда, улар ҡаршы түгел, шуға һөйләшеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, беҙ бөгөн йәнә дөйөм социаль, белем биреү, медицина һәм IT-проекттар тураһында һөйләштек. Уларҙы артабан да эшләйәсәкбеҙ.
Күреүегеҙсә, осрашыу емешле булды. Потенциаль инвестор менән эшләү – беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеш”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.