Иҡтисад
19 Февраль 2021, 16:30

Пандемия булһа ла...

Башҡортостанда 2020 йылда эшҡыуарлыҡ үҫешенә йомғаҡтар яһалды һәм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ултырышы булды. Унда былтырғы эшкә йомғаҡтар яһалды һәм эшҡыуарлыҡ үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үткәргән кәңәшмәлә дәүләт комитеты ағзалары, республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, дәүләт комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт советы ағзалары, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре ҡатнашты. Видеобәйләнеш режимындағы сарала бизнес-шерифтар ҙа ҡатнашты. Бынан тыш, кәңәшмә дәүләт комитетының Ютуб-каналы аша ла күрһәтелде.
– Былтырғы йыл барыһы өсөн дә ауыр булды. Эшҡыуарлыҡҡа сирҙең аҙмауы өсөн мотлаҡ сикләү сараларын ҡабул итергә тура килде. Федераль һәм төбәк хөкүмәттәре тарафынан йүнселдәр был көрсөктө үтә алһын өсөн барыһы ла эшләнде. Саралар күрелһә лә, пандемия үҙ эҙен ҡалдырҙы, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова.
Илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары дүрт процентҡа тиклем кәмене. Республикала хәл яҡшыраҡ, кәмеү 3,5 проценттан артмаған. Башҡортостандағы 17 муниципаль районда предприятиелар үҫеше күҙәтелгән. Алдынғы өсәү иҫәбенә Федоровка, Көйөргәҙе һәм бер иш күрһәткесле Өфө, Ауырғазы райондары ингән.
Эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген тотоуға пандемия ваҡытында йүнселлеккә дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ иткән. Республика етерлек күләмдә федераль аҡса алған һәм ул үҫеш институттарын финанслауға, капиталлаштырыуға, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. “Был йәһәттән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында ташламалы заем, лизинг, гарантиялы ярҙам кеүек финанс институттары ҙур һорау менән файҙаланды”, – тип белдерҙе Римма Бойцова.
“Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге тарафынан күрһәтелгән ярҙам да көнүҙәк булған. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан өс тапҡырға күберәк финансланған. Коворкинг-үҙәктәрҙе төҙөү дауам иткән. “2020 йылда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙә 4 меңдән ашыу проект ҡаралды. Тормошҡа ашырылған проекттар буйынса инвестициялар күләме 30 миллиард һумдан ашты. 94 проект республика Башлығы үткәргән "Инвестиция сәғәтендә" ҡаралды, – тине Римма Бойцова. – Ҙур командабыҙға – республика Хөкүмәтенә, райондар һәм ҡалалар хакимиәттәренә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы ойошмаларына, иң тәү сиратта эш урындарын һаҡлай алған эшҡыуарҙарға рәхмәт”.
Кәңәшмә ваҡытында эшҡыуарҙарҙың финанс грамоталылығын күтәреү саралары тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡортостан буйынса Милли банк – бүлексә идарасыһы Марат Кашапов сығыш яһаны. Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Флүр Әсәҙуллин эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү кейстары хаҡында һөйләне. Һөнәрсенең эшҡыуар булыуы тәжрибәһе, Башҡорт һөнәрселек коворкингы хаҡында Азамат Юлдашбаев бәйән итте.
Кәңәшмәнең пленар өлөшө тамамланғанда, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡтың үҫешенә һығымталар яһаны һәм ағымдағы йылға өҫөтөнлөклө мәсьәләләр билдәләне.
“Һуңғы йылдарҙа милли проекттар саралары ярҙамында, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров башланғыстары менән эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары киңәйтелде. Был маҡсаттағы бюджет аҡсаһы күләме артты. Шулай итеп, 2019 йылда, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 3,5 тапҡырға күберәк, 2020 йылда ике тапҡырға тиерлек күберәк аҡса бүленде. Ике йыл эсендә – 4 миллиард һум, тиерлек. Ағымдағы йылда ла етерлек аҡса ҡаралған. Һис шикһеҙ, беҙгә был аҡсаны һөҙөмтәле һәм маҡсатлы сарыф итергә кәрәк. Тағы үҙ ваҡытында, үтә күренмәле, объектив бүлеү зарур. Тағы шуныһы мөһим: эшҡыуарҙар ярҙам итеү механизмдары, инструменттары һәм саралары, алыу һәм сарыф итеү ҡағиҙәләре хаҡында белһен”, – тине Илшат Тажетдинов.
Коллегия барышында ведомство наградалары менән бүләкләү тантанаһы ла булды.
Фото: республика Хөкүмәте.

Читайте нас