Иҡтисад
20 Февраль 2021, 13:30

Ауылдарға интернет үткәрелә

“Һәр кем файҙалана алырлыҡ интернет” программаһы буйынса тағы ике ауылға интернет инде

“Һәр кем файҙалана алырлыҡ интернет” программаһы буйынса тағы ике ауылды – Көйөргәҙе районының Яңы Муса һәм Белорет районының Уҫманғәле ауылын – интернет менән тәьмин иттеләр. 10 райондағы 30 ауыл биләмәһендә төҙөлөш эштәре бара. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы яҙыуынса, республикалағы 262 ауыл биләмәһендә бәйләнеш линиялары төҙөләсәк. Был дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләнә. Сығымдарҙың ярты өлөшөн “Башинформсвязь” йәмғиәте алған.
“Ковид пигында үҙ-үҙеңде ҡурсалау һәм арауыҡта белем алыу йомшаҡ яҡтарҙы күрһәтте. Ниндәйҙер кимәлдә был хәлгә рәхмәтлемен. Хәҙер аныҡ маҡсат бар – барлыҡ ауылдарға интернет индереү”, - тип яҙған Радий Фәрит улы.
“Тиҙлекле интернет, IP-телевидение һәм IP-телефония – республикала йәшәгән һәр кем файҙалана алырлыҡ заманса минимум”, – тип яҙған республика Башлығы.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас