Ошо көндәрҙә Өфөлә төҙөүселәр Воровский урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы өҫтәмә күперҙең тороҡтарын төҙөүҙең алтынсы этабын тамамланы. Был ҙур объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы һалына.
Йылға ярҙары бер-береһенә йәнә 77 метрға яҡынайҙы. Әле тороҡтар ҡоролмаһының дөйөм оҙонлоғо 328,6 метр тәшкил итә. Төҙөүселәргә тағы ла 360 метрлыҡ конструкцияны ҡорорға ҡалған. Мәғлүм булыуынса, төҙөлөшкә былтыр июлдә тотонғайнылар. Уны быйыл октябрҙә тамамларға ниәтләйҙәр.
Бынан тыш, 1956 йылда һалынған күпер ҙә әле авария хәлендә. Уны 2018 йылда ремонтлағандар. Әммә “Күперҙәр” ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре әйтеүенсә, төҙөкләндерелгән күперҙе ике-өс йыл ғына файҙаланып буласаҡ һәм унан тик еңел транспорт ҡына йөрөй ала.