Иҡтисад
26 Февраль 2021, 14:35

Аҙыҡ-түлек етештереү артҡан

Республикала меңдән ашыу аҙыҡ-түлек производствоһы теркәлгән.

Былтыр ғинуар-декабрҙә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү элгәре йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,5 процентҡа артҡан.
– Пандемия Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына кире йоғонто яһамай ҡалманы. Шул уҡ ваҡытта беҙ ошо осорҙа бизнесҡа булышлыҡ итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнек. Көрсөккә ҡаршы сараларҙың өс пакетын әҙерләнек. Улар ҙа һөҙөмтәһен бирҙе. Республикала сәнәғәт етештереүе индексы 2019 йылға ҡарата 98 процент тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 97,1 процент. Шулай уҡ ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса үҫеш билдәләнә. Аҙыҡ-түлек етештереү 4,5 процентҡа артҡан, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Йәнә һыу тәьминәтендә, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереүҙә ыңғай динамика күҙәтелә.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда үҫемлек майы (18,2 процентҡа), сыр (14,6 процентҡа), туңдырма (7 процентҡа), ит ярымфабрикаттары (26 процентҡа) етештереү артҡан. Республикала меңдән ашыу аҙыҡ-түлек производствоһы теркәлгән.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас