Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәренә яңы автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Былтырҙан башлап почтаның автопаркы 35 процентҡа яңырҙы.
Әле уларға LADA Largus и ГАЗель Соболь маркалы 23 почта машинаһы тапшырылды. Иртәгә был автомобилдәр, корреспонденция, ваҡытлы матбуғат, пенсиялар һәм пособиелар, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар тейәп, республиканың төрлө төбәктәренә юллана.
– Почта республика тормошонда ҙур социаль һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән пенсионерҙарҙың 40 проценты тиерлек пенсияһын почта бүлексәләре аша өйөндә ала. Ауылда почта күрһәткән хеҙмәттәрҙе баһалап бөткөһөҙ. Ул пандемия шарттарында айырыуса мөһим булған интернет-сауҙаны ла үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тине Илшат Тажетдинов. – Почтаның автомобилдәр паркын яңыртыу бөтә республикала һатыусылар менән һатып алыусылар, дәүләт менән халыҡ араһындағы үҙ-ара бәйләнеште көсәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостандағы почта селтәре – Рәсәйҙә элемтә бүлексәләре һаны буйынса иң күләмлеһе. Был өлкәлә 9,5 меңгә яҡын кеше эшләй, ә почта маршруттарының оҙонлоғо 50 мең километрҙан ашыу тәшкил итә.