“Өфөләге 688 метрлыҡ Ағиҙел күперенең 330 метры әҙер. Юлдың яртыһын үттек, тип әйтергә мөмкин. Былтыр августа ғына төҙөүселәр домкраттар ярҙамында һәр ҡайһыһының ауырлығы 1,5 мең тонна булған ғәйәт ҙур конструкцияның тәүге сантиметрҙарын күсергәйне. Әле иһә улар тороҡ ҡоролмаһын һалыуҙың сираттағы, алтынсы этабын тамамланы. Эргәлә генә Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл айырсаһын реконструкциялауҙы дауам итәбеҙ. Уны билдәләнгәндән алдараҡ – 2021 йылдың 1 сентябренә тамамлайбыҙ. 2021 йылдың октябрендә яңы күперҙе асыу менән беҙ баш ҡалабыҙҙың көньяҡ ҡапҡаһы аша үтеү мөмкинлеген байтаҡҡа киңәйтәсәкбеҙ”, – тип яҙған ул.