Башҡортостан Санкт-Петербургтың һанлаштырыу өлкәһендәге тәжрибәһен файҙаланасаҡ.
23 февралдә Санкт-Петербургта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашты. Яҡтар IT, медицина һәм ҡалаға идара итеү технологиялары өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләште.
"Башҡортостанға Санкт-Петербургтың һанлаштырыу өлкәһендәге юғары кимәлдә тормошҡа ашырылған тәжрибәһе оҡшай. Беҙ әле үҙебеҙҙең Төбәк менән идара итеү үҙәген ойоштороуҙы тамамлайбыҙ. Петербург белгестәре тәжрибәһенең иң яҡшы өлгөләрен үҙебеҙҙә лә файҙаланырға теләр инек", – тип белдерҙе Андрей Назаров.
Александр Беглов белдереүенсә, был өлкәләге хеҙмәттәшлек Башҡортостанда төбәкте һанлаштырыу буйынса пландарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ туризм буйынса бәйләнеш булдырыу хаҡында һөйләште. Билдәле булыуынса, Санкт-Петербург та, Башҡортостан да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән туристарҙы йәлеп итә. Шулай итеп, эске туризм үҫешә.
Александр Беглов Петербургтың Башҡортостан менән конструктив диалог төҙөүенә әҙер.
"Беҙ - күптәнге дуҫтар. Башҡортостан Ленинградта йәшәгәндәрҙе блокада ваҡытында ҡабул иткән һәм ярҙам иткән. Республикала бөгөн дә ветерандарға, блокадала ҡатнашҡандарға ярҙам итәләр", - тине ул.
Фото: республика Хөкүмәте сайты.